2019 йылдың 6 мартында "Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!" бәйгеһе булып үтте. Көсөргәнешле бәйге ваҡытында 5-11 класс ҡыҙҙары төрлө яҡлап үҙҙәренең оҫталыҡтарын асып бирҙеләр. Иң тәүге конкурс "Таныштырыу" булды. Ҡыҙҙар бик ентекле әҙерләнгәндәр ине. Шул уҡ ваҡытта ҡыҙҙар үҙҙәренең таланттарын да күрһәттеләр. Беҙҙең ҡыҙҙар йырға, бейеүгә лә бик оҫталар икән.
Иң көсөргәнешле мәле "Хужабикәләр" конкурсы булды. Ҡыҙҙар винегрет эшләү оҫталыҡтарын күрһәттеләр. Бер төрлө салат булһа ла, араларында иң матур, иң тәмле салаттар ҙа бар ине. Ҡыҙҙарыбыҙ бик тырыштылар, һуңынан егеттәрен һыйланылар. Тағы ла бик күп көс талап иткән конкурстарҙың береһе туҡмас киҫеү булды. 8-11 класс ҡыҙҙары, әҙерләп килтергән ҡамырҙарын йәйеп, туҡмас киҫеп күрһәттеләр. Бик тырыштылар ҡыҙҙар. Сөнки был конкурсҡа улар бер аҙна алдан әҙерләнә башлағайнылар. Өйҙәрендә туҡмас киҫеп ҡарағандар, әсәләренән өйрәнгәндәр. Тик әлбиттә һәр конкурстың еңеүсеһе була. Бында ла иң шәп туҡмас киҫеүселәрҙе жюри билдәләне. Бына улар: Хасанова Гөлкәй, Исламғазина Гөлнур, Миңлебаева Азалия, Исламғазина Ләлә.
8-11 класс ҡыҙҙары туҡмас киҫкәндә, 5-7 класс ҡыҙҙары сәскә прическа эшләнеләр. Бик матур килеп сыҡты.
Кисә бөтәһенә лә бик оҡшаны. Һуңынан дискотека булды. |